САРМАНАЙ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2019, 17:27

Халыҡ йолалары

Самауыр байрамы
Иҫке Ҡамышлы ауылында «Самауыр байрамы» тип исемләнгән ҡыҙыҡлы һәм матур үҙенсәлекле байрам үтте. Татар халҡы элек-электән сәй эсергә ярата. Бөгөн дә самауыр күп йорттарҙа өҫтәлдәрҙе биҙәп ултыра.
– Байрам табынына сәйгә ауылдаштарыбыҙҙы, күршеләребеҙҙе саҡырҙыҡ. Бөгөн улар менән танышырбыҙ, тәм-томдарҙан ауыҙ итербеҙ һәм, әлбиттә, сәй эсербеҙ, – тип башланы сараны алып барыусы мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләйсән Нуриәхмәтова.
– Бөгөн ысын-ысындан халыҡ байрамы үткәрәбеҙ. Самауыр янында һәр ваҡыт йылы әңгәмә барған, кәңәшләшкәндәр, яҡшы һүҙҙәр генә һөйләгәндәр. Бөгөн дә шундай һөйләшеү барасаҡ, – тине ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Ғәлиев.
Клубта иң тәмле сәйгә үҙенсәлекле конкурс үтте. Унда дүрт урам командаһы ярышты. Үҙәк урамдан Фәниҙә Хазиева, Раушания Ғиззәтуллина, Гөлшат Сәхибгәрәйева, Индира Ғәбитова, Раушания Әхмәтйәнова, Мәктәп урамынан Айгөл Нуриәхмәтова, Розалия Савельева, Римма Әхмәҙиева, Альбина Сәлимгәрәйева, Больница урамынан Эльза Хазипова, Фирүзә Хәйернасова, Әлиә Сафина, Физа Гәрәева, Хафиза Михайлова, Йылға аръяғы урамынан Лилиә Сатаева, Зөһрә Хәйернасова, Флиҙә Мөфтәхетдинова һәм Нурия Имаметдинова ҡатнашты.
Һәр команда үҙе әҙерләгән тәм-томдан өҫтәл ҡорҙо. Залда самауырҙар күргәҙмәһе ойошторолдо.
Һәр урам жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә визит карточкаһын һәм музыкаль сығыш тәҡдим итте. Әлбиттә, сәй тәмләп ҡарау төп конкурс булды. Команда вәкилдәре сәй әҙерләү серҙәре тураһында һөйләне. Сәйҙәргә мәтрүшкә, гөлбәҙран, иван-сәй, йүкә сәскәһе һәм башҡа хуш еҫле үләндәр ҙә ҡушҡандар.
Самауыр ҡуйыу конкурсы ла бик ҡыҙыҡлы булды. Ир-егеттәр сыра телеп, самауыр ҡуйҙы, ә ҡатын-ҡыҙҙар һыу тулы силәктәрҙе көйәнтәләп егерме метр самаһы йүгереп үтте.
–Бындай байрамдар кешеләрҙе туплай, берләштерә. Бөгөн һеҙҙә булыуыма бик шатмын. Бындай сараны район күләмендә үткәргәндә лә яҡшы булыр ине, – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин тәбрикләү сығышында.
Беҙҙен хәбәрсе.

Читайте нас: