САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Сентябрь 2019, 18:25

Батыр исеме бирелде мәктәпкә

Дөмәйҙәр икеләтә шатлыҡ кисерҙе: ауылдаштары, Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдуллинға иҫтәлекле таҡтаташ асылып, белем усағына батырҙың исеме бирелде.
Һәр бала түҙемһеҙләнеп көтөп алған Белем байрамына матур итеп кейенгән, ҡулдарына аллы-гөллө сәскә бәйләмдәре тотҡан ҡыҙҙар, малайҙар мәктәпкә ашыҡты һәм тып-тын торған белем усаҡтары уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелде.
Һәр ерҙәге кеүек, Дөмәй урта мәктәбендә лә Белем байрамы шаулап-гөрләп уҙҙы. Сарала граждандарҙы ҡабул итеү һәм мөрәжәғәттәре эше буйынса БР Башлығы Идаралығы начальнигы Алексей Попков, муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, мәктәп директоры Әхсән Насибуллин, ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Шәрәфетдинов, геройҙың улдары Марат һәм Наил Абдуллиндар ҡатнашты. Ағымдағы йылда бында барлығы 66 бала иҫәпләнеп, шуның икеһе тәүге тапҡыр белем иленә атлап инде. Әхсән Әнис улы байрамды тантаналы асып, изге теләктәрен юлланы һәм 1 класс уҡыусыларына тылсымлы Белем асҡысын тапшырҙы.
Иң дулҡынландырғыс мәл таҡтаташты асыу булып, хәҙер мәктәп Советтар Союзы Геройы Әнүәр Абдуллин исемен ғорур йөрөтәсәк.
Читайте нас: