Инновацион проект ҡыҫаларында Дүртөйлөлә бығаса тиңе булмаған Интеграцияланған эштәр үҙәғе асылды
Дөртөйлө нефтселәре Илеш ятҡылығында ҡулланылышҡа үҙенсәлекле мєғлүмәти система индерәләр. Уның буйынса эш процесы яһалма интеллект аша идара ителәсәк. Перспективала инновацион яңылыҡ «Башнефть»тә генә лә өҫтәмә миллион тонна нефть сығарырға ярҙам итәсәк.
Индерелгән яңылыҡ кардиналь рәүештә эштең айырым йүнәлештәрен генә түгел, ә углеводород сеймалын сығарыу менән бәйләнгән барлыҡ эш процесын тотош үҙгәртеп ҡора.
Инновацион проект сикләрендә Дөртөйлөлә Интеграцияланған эштәр үҙәге асылды. Уның хеҙмәткәрҙәре нефть сығарыуҙа һәм әҙерләүҙәге барлыҡ эш процестары менән бер урындан идара итеү мөмкинлеге алды. Улар – нефть сығарыу һәм ҡатлам баҫымын һаҡлау параметрҙарын контролдә тотоу, скважиналарҙы туҡтатыу һәм ебәреү, нефть үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген контрольдә тотоу, транспорт хәрәкәтенә мониторинг алып барыу, билдәләнгән ваҡыт эсендә гидродинамик һынауҙар үткәреү, геологик-техник саралар өсөн скважиналарҙы һайлап алыу. Барлыҡҡа килгән мәмкинлектәрҙең бик аҙы ғына әле был. Былар барыһы ла белгестєр ятҡылыҡҡа килмәйенсә ятҡылыҡтан 60 саҡрым влыҫдыҡта урынлашҡан үҙәктән дистанцион рәүештә үткәрелә.
Нефть сығарыу процесына килһәк, элек ғәҙәти технологик режимды һаҡлау өсөн бик күп бикләү ҡоролмаларын ябырға һәм асырға кәрәк ине. Былар барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылды һәм бик күп вакытты алды. Бөгөн автоматик көйләүсе клапандар ҡуйылған. Нефть сығарыу һәм хәҙерләү параметрҙарын аппаратура үҙе күҙәтә.
«Цифрлы яткылыҡ»ты индереп, нефтселәр элек фантастика булып тойолған эште тормошҡа ашырҙылар.
Перспективала «Башнефть»тә технологияны таратыуҙан иҡтисади керем миллард һумға етергә тейеш!
Яңылыҡтың йәнә бер мөһим аспекты– нефть сығарыу объекттарындағы хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек. Бөгөнгө көндә Илеш ятҡылығында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла аҡыллы датчиктар комплексы менән тәьмин ителгән. Улар хеҙмәткәрҙең ҡан баҫымы, йөрәк ритмы һәм дөйөм хәләтенә билдәле ваҡыт арауығында мониторинг үткәреү мөмкинлеге бирә. Быларҙан тыш, Интеграцияланған эштәр үҙәгенә онлайн-режимда хеҙмәткәр каска кейгәнме, эшкә тотонор алдынан үҙе менән газоанализатор алғанмы, йығылмағанмы, һауа торошо нисек, яҡын-тирәлә, ул эшләгән ерҙә ағыулы газдар таралмағанмы – шулар хаҡында хәбәр килә. Әгәр ҙә оператор менән нимәлер була ҡалһа, система шунда уҡ Интеграцияланған эштәр үҙәгенең экранында хәбәр сығарасаҡ.
Инновацион проекттың барлыҡ этаптарын Дүртөйлөлә һәм Илеш ятҡылығында үтәп ҡарағас, уны «Башнефть» ятҡылыктарынан тыш, «Роснефть»тең бөтә нефть сығарыу активтарына таратыу планлаштырыла.