САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Август 2019, 16:16

Алтын баҫыуҙар дулкынында

Ураҡ-2019
Ауыл кешеһенең бесәнде иртән иртүк сабыуы еләҫтә тирләмәҫ өсөн генә түгел, бәлки ысыҡ дымында үлән еңелерәк сабылыуҙан да. Был ваҡытта уның аҙыҡ ҡиммәте лә иң юғары дәрәжәлә була, тиҙәр. Тик иген менән эш башҡасараҡ. Комбайндар ашлыҡты дымлы һабаҡтарҙан һуҡтырып бөтөрә алмай. Шуға ла теҙмәләрҙең кипкәнен көтөргә тура килә.
Баҫыу ситендә комбайндар теҙеләп тора. Арыраҡ – йөк автомобилдәре. Улар һуҡтырылған ашлыҡты ташый.
– Һәр комбайнды нигеҙҙә бер машина хеҙмәтләндерә, – тип һөйләй “Вәлиев” тоҡомсолоҡ заводының баҫыу бригадаһы етәксеһе Руслан Фәйзрахманов. – Оперативлыҡ юғары.
Арыш баҫыуы 200 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Ямғырҙар яумаһа, эште 1,5 тәүлектә теүәлләргә ниәтләйҙәр. Әгәр шулай булһа, хужалыҡта бөртөклөләрҙе урып-йыйыу экваторы уҙа, тип әйтергә була.
Ямғырҙар арпаны йыйып бөтөрөргә ирек бирмәгән. Борсаҡ тулыһынса һуҡтырылған.
Рулондарға төрөлгән һаламды терлекселек фермалары янына ташыйҙар. Комбайндар артынан уҡ туңға һөрөүгә керешәләр. Борсаҡ баҫыуында тупраҡты йомшартыу бара, уны ужым культуралары сәсеүгә әҙерләйҙәр.
Хужалыҡта совет-рәсәй маркалы “Нива” һәм “Дон” комбайндары бар. Һәм, әлбиттә инде, заманса “Акрос” һәм “Палессе”лар.
Сәғәть 11 ҙәргә теҙмәләр ярайһы елләне. Техника дәррәү эшкә ҡуҙғалды. Ҡыр корабтары, яғыулыҡ янған еҫ таратып, туҙан туҙҙырып, “алтынһыу диңгеҙгә” юл алды.

Читайте нас: