САРМАНАЙ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2019, 16:42

Яҡташыбыҙ – еңеүселәр араһында

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы “Барыбыҙ ҙа һайлауға!” (“Все на выборы!”) конкурсын иғлан иткәйне. Ай дауамында ведомствоға республиканың ҡала һәм райондарынан 150нән артыҡ ижади эш тапшырылған. Төрлө йәш категориялары буйынса конкурста ҡатнашҡан 62 ижади эш призлы урындар яулаган. Бәйгегә ебәрелгән иң яҡшы һәм уңышлы тип табылган рәсем-плакаттар ҡала-райондарҙағы йорттар диуардарына ҙурайтылып урынлаштырылды. Улар башҡортстанлыларҙы 8 сентябрь көнөндә һайлау участоктарына килеп, республика етәксеһе булырға лайыҡлы тип исәпләгән кандидаттар өсөн тауыш бирергә саҡыра.

Бәйгелә еңеүселәр араһында беҙҙең райондашыбыҙ булыуы айырыуса һөйөнөслө. Саҡмағоштан 13 йәшлек Булат Ситдиҡов Балалар сәнғәт мәктәбенең художество классы уҡытыусыһы Айгөл Кудрявцева менән берлектә аҙна дауамында рәсем-плакаттың эскизын уйлап әҙерләгәнән һуң уны тормошҡа ашырҙы һәм конкурс комиссияһына тапшырҙы. Ә бәйгелә Булат әсәһе кәңәше буйынса ҡатнашты. Һәм юҡҡа түгел – һигеҙенсе синыфта уҡыусы райондашыбыҙ икенсе урынды яуланы. Әсәһе Гөлзиә Ситдиҡова был хаҡта: “Улым бейеүгә лә, рәсем төшөрөргә лә оҫта. Был яҡлап ул атаһына оҡшаған. Булат көндәр буйы төрлө һүрәттәр эшләргә әҙер”, – ти.

Булаттың иң яҡшыларҙың береһе тип бәяләнгән ижади эше Өфө ҡалаһындағы Йәлил Кейекбаев урамындағы күп ҡатлы йорттоң стенаһына урынлаштырылған.
Рәзилә Арыҫланова.
Читайте нас: