Ауылдан алыҫ булмаған матур тәбиғәтле күл буйында был ике нәҫелде йыйып, Рәсимә һәм Нәзир Бәхтиәровтар иҫ киткес йөкмәткеле, һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдырған байрам үткәрҙе. Уларға нәҫел ағасын, фото, ҡул эштәре күргәҙмәләрен ойоштороуҙа, байрамды алып барыу, музыкаль яҡтан биҙәүҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтте.