Яңы Айыу ауыл Советы ауыл биләмәһендә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Мостафин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.Бәхтизин ҡатнашлығында халыҡ менән осрашыу үтеп, улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Сара барышында граждандарҙың айырым һорауҙары яҙып алынып, Рәмил Назиф улы уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Йыйылыш барышында ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Атап әйткәндә, Краснояр ауылында интернет селтәренең насар эшләүенә, юлдар торошона, Иҫке Ҡырғыҙҙа телефон тоташтырыуҙа тотҡарлыҡтар булыуына риҙаһыҙлыҡ белдерҙеләр. Груздевкала Дорожная һәм Красноярҙа Хәсән Сәрйән урамдарына газ үткәреүҙе, Иҫке Ҡырғыҙ урта мәктәбе күтәрмәһенә япма ҡуйыуҙы, Краснояр ауыл клубы түбәһен ябыуҙы һорап мөрәжәғәт иттеләр. Шулай уҡ биләмәлә йәшәүселәрҙе борсоған һорауҙарҙың береһе – Яңы Айыу почта элемтәһе бүлексәһе торошоноң насар хәлдә булыуы, һәм башка һорауҙар күтәрелде.
Муниципаль район хакимиәте башлыгы Илдар Иршат улы үҙ сығышында район тормошо, яңылыҡтар, Груздевкала – ФАП, Ябалаҡ ауылында мәҙәниәт йорто, Рсайҙа балалар баҡсаһы төҙөләсәге тураһындағы перспектив пландар менән таныштырҙы, халыҡ тарафынан күтәрелгән һәр һорауға аңлатма бирҙе.