“Икмәк булһа – йыр ҙа була”, – тип тикмәгә генә әйтмәйҙәр халыҡта. Эш көйлө барһа, ҡара яҙҙан ҡара тир түгеп игелгән баҫыуҙар мул уңышы менән һөйөндөрһә – күңел үҙе йырлай, туған моңдар тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә дәртләндерә.
Урып-йыйыу эштәре иң ҡыҙған, ҙур тырышлыҡ һалып үстерелгән уңыш өсөн көрәш барған ошо осорҙа район мәҙәниәт йортоноң Гөлнаҙ Сәлимова етәкселегендәге “Сатҡылар” агитбригадаһы, йылдағыса, район хужалыҡтарының иген ҡырҙарында йыш була. Сәхнә оҫталарының сираттагы йырлы-моңло сәфәре Тайнаш төбәгенә булды. Комбайн, ашлыҡ ташыусы машиналар гөрөлтөһө төшкө ялға туҡтаған минуттарҙа 106 гектар майҙанды биләгән ужым бойҙайы баҫуы гармун моңона күмелде. Ревинер Ғөбәйевтың, Гүзәл Табишеваның күңелдәрҙе дәртләндергән йырҙары, Гөлнаҙ Сәлимованың шиғри юлдары, Рудин Бәдретдиновтың гармун моңдары, “Асылъяр” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Раджеш Зәйнетдинов, Гөлшат Ғәлләмова, Резида Әхмәтова һәм Илһөйәр Ғабдрахманованың милли бейеүҙәре ҡыр батырҙарының еңел булмаған, әммә үтә лә мөһим хеҙмәтен ололау, рәхмәт тойғоларын еткереү билдәһе булды.