САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Август 2019, 17:30

«Сиражетдин» мәсете үҙ ишектәрен асты

Илеш районының Илеш ауылы халҡына Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ислам дине йолаларын үтәп йәшәргә мөмкинлек тыуҙы. Районыбыҙҙың күркәм тәбиғәт ҡосағында һыйынып урынлашҡан Илеш ауылында яңы мәсет төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Изге йорт Борис Маҙһар улы, Айҙар Миҙхәт улы, Илмир Мөҙәрис улы Аитовтар инициативаһы менән һалына. Борис менән Илмир төҙөлөштө финанс яҡтан тәьмин итһә, Айҙар эш барышын контрольгә ала. Туғандар мәсеткә ҡарт олатайҙары Сиражетдин исемен бирәләр.
Изге йортто асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Илеш һәм Баҡалы райондарының имам ахунды Рөстәм хәҙрәт Абушахмин, «Яратҡан сабый» церебраль параличтан һәм башҡа ауырыуҙарҙан иҙа сигеүсе балалар өсөн инновацион абилитация үҙәге директоры Фәйрүҙә Латипова, Ябалаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ғилемханов, Кушнаренко районы мөхтәсибе Илдар хәҙрәт, «Илеш» кооперативы рәйесе Рәмил Нуриев, ауыл халҡы, яҡын-тирә төбәктәрҙә йәшәүсе мосолман ҡәрҙәштәр ҡатнашты.

Читайте нас: