Бындай осрашыуҙарҙың маҡсаты – кешеләр менән аралашыу, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү барҙы. Улар сәләмәтлек һаҡлау учреждениеһына ғына түгел, бәлки тотош районға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Юлдарҙы ремонтлау, балалар майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы төҙөкләндереү тураһында һәм башҡа һорауҙар бирелде. Муниципалитет етәксеһе фекеренсә, барлыҡ мәсьәләләрҙе бер юлы һәм тиҙ арала ғына хәл итеү мөмкин түгел. Тик уларҙың берһе лә иғтибарҙан төшөп ҡалмаясаҡ. Хакимиәт башлығы барлыҡ һорауҙарға тулы яуап бирҙе.