САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 10:56

Уңыш өсөн көрәш ҡыҙа

Һуңғы аҙналағы яуым-төшөм туҡтап торған йылы һауа торошо Саҡмағош районы аграрийҙарына урып-йыйыу темпын тиҙләтеүгә мөмкинлек асты. 23 авгусҡа районда 15330 гектарҙа бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар сабылды, 14383 гектар майҙандағыһы һуктырып алынды, 557284 ц. ашлыҡ йыйылды. Район аграрийҙары аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен етештереүсәнле файҙаланып, эште юғары темпта алып барырға ынтыла. Иң ҙур майҙандарҙа эш башҡарыу бурысы торған “Базы” ауыл хужалыгы предприятиеһы” йәмғиәтендә эштәр көйлө бара. “Заря”, “Герой” һәм “Победа” кооперативтарында ла ураҡ “экваторын” үткәндәр.

Район хужалыҡтарында ужым культуралары 10406 гектарҙы биләй. Әлеге көнгә был мәйҙандарҙың яртыһыннан күберәк өлөшөндә – 5439 гектарҙа арыш һәм бойҙай теҙмәләргә һалынып, 5421 гектарында йыйып алынған, келәт-амбарҙарға 226791 центнер ашлык ташылған. Ленин исемендәге, “Заря” хужалыҡтарында һәм “Байбулат” йәмғиәтендә ужым культуралары урағы тамамланған да инде.

Игенселәрҙең тырышлығы бушҡа китмәгән – гектар ҡеүәте һөйөндөрөрлөк, был күрһәткес буйынса район республиканың иң алдынгы төбәктәре исемлегендә.

Урып–йыйыу эштәре менән бер ҡатарҙан район хужалыҡтары баҫыуҙарында ужым культураларын сәсеү өсөн майҙандар әҙерләнеп, тупраҡ эшкәртелә, кооперативтарҙа көҙгө бойҙай һәм арыш сәсеү эштәре лә башҡарыла.

Аяҙ көндәр хәкимлек иткәндә мал аҙығын да мөмкин ҡәҙәр мулраҡ әҙерләргә ашыға ауыл эшсәндәре. 23 авгусҡа район буйынса 9175 гектарҙа күп йыллыҡ, 6357 гектарҙа бер йыллыҡ үләндәр сабып алынған. 74834,74 тонна сенаж (пландың 77,6 проценты) һалынған, 12627,6 тонна бесән хәҙерләнгән (71,9%).

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: