САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 13:36

Шәриптә мәсет асылды

Тормош һәм дин
Кушнаренко районы Шәрип ауылында мәсет асыу тантанаһы үтте. Ул районда ун етенсе Аллаһ йорто.
2015 йылда Шәрип, Юғары Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Түбән Аҡбаш һәм Воецкое ауылдары халҡы йыйынында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратынын дини ойошмаһын төҙөйҙәр. Шунда уҡ мәсет төҙөү тураһында ҡарар ҙа ҡабул итәләр.
Ике йылдан һуң Ирек Вәлитов һәм Венер Юнысов төҙөлөштө башлап, мәсеткә нигеҙ һалалар. 2018 йылдын йәйендә «Союз строймонтаж» йәмғиәте етәксеһе Радик Разин эшкә тотона. Ул Урта Аҡбаш ауылында тыуған.
–Ауылда мәсет һалыу теләге күптәнән тыуғайны. Фәйзулла хәҙрәт рухландырыусым һәм ярҙамсым булды. Мәсеткә исемде әсәйем Хафиза хөрмәтенә ҡуштыҡ. Һунғы ваҡытта тыуған яҡ ныҡ тарта, йыш ҡына ҡайтып йөрөйөм, – ти Радик Рәшит улы.
Мәсетте асыу тантанаһына күп һанлы ҡунаҡтар, күрше- тирә ауылдар халҡы йыйылды. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, район хакимиәте вәкилдәре лә бар ине.
Сара сүрә уҡыуҙан башланды. Унан Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һүҙ алды.
–Утыҙ йыл эсендә республикала 1200 мәсет төҙөлдө. Аллаһ йорто кешене изгелеккә, дөрөҫ юлға йүнәлтә, – тине ул. Юғары мөфтөй төҙөүселәрҙе ислам ордендары һәм грамоталар менән бүләкләне, Фәйзулла имам-хатипҡа Үҙәк диниә назаратынын әләмен тапшырҙы.
Биш ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәре менән Мөнәүәрә Шәрипова сығыш яһаны.
Тантананы йомғаҡлап, аҙан яңғыраны. Мосолмандар Аллаһ йортонда байрам намаҙы уҡыны.
Мәсет ихатаһында ҙур ҡаҙандарҙа хуш еҫле былау беште, өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып торҙо.

Читайте нас: