САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Август 2019, 16:16

Халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға ҙур ярҙам

Уҙған аҙнала Илеш районының Яңы Нәҙер ауылында фельдшер-акушерлык пункты капиталь ремонттан һуң ҡабат үҙ ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһы ойошторолоп, сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәхтизин, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Рәзидә Ғатауллина, Баҙытамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Мосабиров нәҙерҙәрҙе шатлыҡлы ваҡиға уңайынан тәбрикләп, изге теләктәрен юлланы. Ауыл халҡы исеменән пенсионер Фәнүҙә Шафиҡова сығыш яһап:«Яңырып киткән бинаға шатланып бөтә алмайбыҙ: йылы, якты, уңайлы. Беҙҙең сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртып, уңай шарттар тыуҙырған өсөн Хөкүмәт, район етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм»,– тип һөйөнөсөн белдерҙе.

Читайте нас: