САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Август 2019, 17:36

Акция-флешмобҡа ҡушылып

Билдәле булуынса, бөгөн илебеҙҙә иң мөһим дәүләт символдарының береһе – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Ул 1994 йылда Рәсәй Президенты Указы менән булдырыла һәм йыл һайын тап ошо көндә билдәләнә.

Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы З.Ф.Сәбғиәнова, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.А.Еникеев, Иҫке Ҡалмаш урта мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ ауылдағы 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм кескәй тәрбиәләнеүселәре ошо датаға арнап үткәрелгән “Беҙ бергә — беҙ Рәсәйҙең бер өлөшө” тип исемләнгән республика акцияһына берҙәм ҡушылды. Флешмоб-акцияны республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.
Зөлфиә Сәбғиәнова,

әйҙәүсе китапханасы.
Читайте нас: