САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август 2019, 16:29

Райондашыбыҙ – бүләкләнеүселәр араһында

16 августа Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холлында республика мәғәриф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Пленар ултырышта төбәктең иң алдынғы уҡытыусылары хөрмәтләнде, уларға юғары дәүләт бүләктәре тапшырылды. “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2019” республика конкурсында ҡатнашып, был мәртәбәле бәйгенең лауреаты булған райондашыбыҙ да ошо алдынғылар араһында булды. Саҡмағош районының Яңы Балтас урта мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Альберт ҡыҙы Дениҡаеваға был көндө Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһы тапшырылды. Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы был уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм артытаба ла еңеүле үрҙәр яулауын теләйбеҙ. Башланасаҡ яңы уҡыу йылы ла шатлыҡлы еңеүҙәргә һәм ҡаҙаныштарға бай булһын!

Р.Арыҫланова.

Читайте нас: