Район мәктәптәре һәм балалар баҡсаларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тикшереү дауам итә. Мәғариф бүлеге, Роспотребнадзорҙың төбәк бүлеге, газ хеҙмәте, электр селтәре, эске эштәр бүлеге белгестәренән торған комиссия белем биреү ойошмалары уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар йүнәлтә.
Объектта санитария нормалары, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешенә, медицина хеҙмәтләндереүе һәм сәләмәт туҡланыу ойошторолоуға, террорҙан һаҡланыу тәьмин ителеүгә баһа бирелә. Уҡыу бүлмәләрендә парта һәм өҫтәлдәрҙең балаларҙың йәшенә тура килеүе, тейешенсә яҡтыртылыуы, аҙыҡ-түлек блогында һыуытҡыс һәм башҡа технологик йыһаздарҙың төҙөклөгө һәм башҡалар тикшерелә.
Балалар баҡсаларында булғанда тиҫтәләгән белгес һәр метрҙы тиерлек ентекле ҡарап сыҡты, конструкцияларҙың ныҡлығына, музыка һәм спорт залдарында тейешле йыһаздар булыуға айырыуса иғтибар бирелде.
Уҡыу йылы дауамында балалар экология, санитария, янғын хәүефһеҙлеге яғынан, террорсылыҡ ҡурҡынысынан тулыһынса яҡланған булырға тейеш. Тикшереү белем биреү учреждениеларында педагогтар коллективының был йәһәттән ныҡлы эшләүҙәрен күрһәтте.