САРМАНАЙ
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 18:28

БЕҘ СПОРТ МЕНӘН ДУҪ!

Скандинавтарса йөрөү һуңғы ваҡытта бөтө донъяла ғына түгел, Баҡалы психоневрология интернатының Саҡмағош районындағы беҙҙең филиалында ла популярлыҡ яуланы. Бында тәрбиәләнеүселәр был үҙенсәлекле, һәр кеше шөғөлләнә ала торған спорт төрөн үҙ итте. Был шөғөл уларҙың физик хәләтен яҡшыртып, сәләмәтлектәрен нығытыуға ла булышлыҡ итә. Скандинавтарса йөрөү һөҙөмтәһендә аяҡ быуындарына һәм теҙҙәргә булған баҫым аҙая, мускулдар тонусы тотороҡлана, умыртҡа бағанаһына ла ыңғай йоғонто яһала. Бынан тыш, әлеге күнекмәләр тәрбиәләнеүселәребеҙҙең кәйефен күтәреүгә булышлыҡ итә, һабырлығын-сыҙамлығын арттыра. Һәм инде күнекмәләрҙең был төрө файҙалы һәм күңелле ғәмәлдәрҙе бергә ҡушырға мөмкинлек бирә.

Ғөмүмән, Бакалы психоневрология интернатының Яңы Балтас ауылында урынлашҡан филиалында тәрбиәләнеүселәрҙең физик, психик сәләмәтлеген яҡшыртыуға һәм тотороҡландырыуға булышлыҡ итеүсе спортҡа һәм пациенттарҙың күңеленә хуш килгән ябай хеҙмәт күнекмәләренә йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Бында һәр иртә зарядканан башлана. Физкультминуттарҙан алған ыңғай эмоциялар уларға көн дауамында яҡшы кәйеф бүләк итә.

Гөлназ Мөхәмәтгәрәева,
филиалдың мәҙәни саралар ойоштороусыһы.




    Читайте нас: