САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 16:09

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – йөҙ объект

Яңы балалар поликлининкаһы
Дүртөйлө ҡалаһында сменаға 200 ҡабул итеүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһын төҙөү тамамланып килә.
– Төҙөлөүсе объекттың генераль подрядсыһы – “Өфө газ компаняһы” йәмғиәте – тип һөйләй участок начальнигы Рәмил Зарипов. – Субподрядсылар, йәѓни төҙөлөш һәм монтаж эштәренең айырым комплекстарын башҡарыу өсөн йәлеп ителгән махсус ойошмалар, бик күптәр. Улар – электриктар, сантехниктар, биҙәүселәр һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен (һыу биреү, һыу ебәреү, элемтә, электр менән тәьмин итеү, йылылыҡ селтәрҙәре) төҙөү, территорияны төҙөкләндереү менән шөғөлләнеүселәр.
Төҙөлөш теүәл график буйынса барҙы. Үткән йәйҙә нигеҙ блоктары һалынды һәм стеналары күтәрелде. Түбә ябыусылар эште тамамлап киткән. Пластик тәҙрәләр ҡуйылған, цоколь ҡатта биҙәү эштәре һәм иҙәндәргә плитә түшәү тамамланған.
Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы эшләй инде. Электр сымдарын һуҙыу, интернет үткәреү һәм сантехник ҡоролмалар урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарыла. Вентиляция үткәреүселәр эшләй. Биҙәүсе оҫталар ҡоролманың эске геометрияһын тамамлап килә. Буласаҡ медицина учреждениеһы территорияһын төҙөкләндереү тамамланыу алдында.
Бина район үҙәк дауаханаһы биләмәһендә терапия бүлеге йәнәшәһендә өлкәндәр поликлиникаһынан алыҫ түгел урында төҙөлә. Объект “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – йөҙ объект” программаһы сиктәрендә төҙөлөш планына керетелгәйне. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идараһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы.
Бина матур һәм иғтибарҙы йәлеп итеп тора. Ихтимал, ул дауахана комплексының тышҡы доминантаһына әүерелер. Тышҡы баҫҡыстар киң, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар менән йыһаҙланған.
Этаждар буйлап үтһәк, беренсеһендә әлеге төр учреждениеларҙа күрергә күнегелгән регистратура һыҙымталары бар. Вестибюль иркен булырға оҡшаған. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы, нур диагностикаһы (рентген), травмотолог кабинеттары, фильтр-бокс (киҫкен инфекция ауырыуҙары өсөн блок) булдырыу ҡаралған. Икенсе ҡатта педиатр бүлмәләре буласаҡ. Юғарыраҡ – консультация-диагностика бүлеге, клиник-диагностика лабораторияһы, дауалау физкультураһы залы, йыйылыштар залы ћ.б.
Цоколь этажында – техник бүлмәләр һәм гардеробтар.
Объекттың бәйәһе йөз миллион һумдар тєшкил итє. Йыһаҙдар һатып алыуға бик ҙур сумма тотоноласаҡ. Яңы балалар поликлиникаһы йыл ахырында файҙаланыуға тапшырылыр, тигән ышаныс бар.
Читайте нас: