Кушнаренко ауылының Партизан урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортта ремонттан һуң подъездарҙы ҡабул итеү тантанаһы үтте. Унда район хакимиәте, төбәк операторы, подряд ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
– Һеҙҙең исемдән Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ихлас рәхмәт белдерәм. Был программа уның башланғысы менән эшләй башланы. Юғиһә, йорттарҙы ремонтларға, ихаталарҙы төҙөкләндерергә ҡайҙан аҡса табыр инек. Әлбиттә, һеҙ үҙегеҙ ҙә ҙур тырышлыҡ һәм активлык күрһәттегеҙ, – тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин.
Йортта йәшәүселәр исеменән педагогик хеҙмәт ветераны Венера Хажипова сығыш яһаны.