САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Август 2019, 11:59

Һәр һорауҙың мөһимлеген аңлап

Ҡабул итеүҙәрҙә
Алдан хәбәр ителеүенсә, Илеш районы муниципаль районы хакимиәтендә БР Дәүләт комитетының юстиция эштәре буйынса рәйесе Владимир Спеле граждандарҙы ҡабул итеү үткәрҙе. Шулай уҡ унда муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы административ комиссияның баш белгесе – яуаплы секретары Алиса Баһманова, хоҡуҡ һәм программа менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы, баш юрисконсульт Вадим Нурыев ҡатнашты.
Ҡабул итеүҙәрҙә етемдәргә бирелгән торлаҡты хосусилаштырыу тураһында, балиғ булмаған йәш үҫмерҙең атаһы исемен үҙгәртеүгә, бина фасадтарында реклама конструкциялары һәм баннерҙар урынлаштырыуға ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Владимир Иванович һәр ҡайһыһын хәл итеү буенса тәғәйен кәңәш-тәҡдимдәрен еткерҙе, айырымдарын артабан ҡарап, хәл итәсәген белдерҙе.

Читайте нас: