САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 18:57

Яҡташ шағирғә арналды

Аблай мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Август айында арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың береһе – Саҡмағош районының Үрнәк ауылында тыуып-үҫкән журналист, шағир, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар Союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң күләм мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Марис Назиф улы Нәзировтың тыуыуына 70 йыл тулды. Уның был юбилейлы датаһы айҡанлы Аблай ауылы китапханаһында әүҙем китап уҡыусыларыбыҙ ҡатнашлығында “Күңелдәрҙә йәшәй һағышлы моң булып” тигән әҙәби сара ойошторолдо.

Яҡташыбыҙҙың исеме республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә киң билдәле. Марис Назиф улының тәүге ижади яҙмалары гәзит-журналдарҙа ул мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ донъя күрә башлай. Әле 5-нсе синыфта белем алған сағында уҡ ул “Башҡортостан пионеры” гәзите иғлан иткән шиғырҙар конкурсында иң яхшы шиғри яҙма авторы булараҡ еңеү яулай. Уның ижадының ҙур өлөшө тыуған яҡҡа арналған.

Әлеге сара ла Марис Назиф улының ижады һәм таланты алдында баш эйеү, уны айырыуса хөрмәт итеү билдәһе булды тиһәк тә, арттырыу булмаҫ.

Китапханасы Рәзифә Арыҫланова әҙерләгән сығыш яҡташыбыҙҙың ғүмере, ижади хеҙмәт юлының төрлө осорҙарын үҙ эсенә алған. Сығышта шағирҙың биографияһынан ҡыҙыҡлы факттар да телгә алынды. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Лида Шәйәхмәтова уның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар тураһында һөйләне. Был йырҙарҙы татар-башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары башҡара.

Сарала ҡатнашыусы уҡыусылар М.Нәзировтың “Бала сағым ауылы һағындыра”, “Саҡмағошом – яҙмышым”, “Тыуған яҡтың танһыҡ ауаҙы” һәм башҡа шиғырҙарын уҡыны. Эйе, ғүмере оҙон булманы талантлы яҡташыбыҙҙың. Әмма шул ваҡыт эсендә ул яҙып өлгөргән тәрән мәғәнәле, күңелдәрҙе тетрәндерерлек шиғырҙары, публицистик яҙмалары бихисап күп. Уларҙа шағирҙы әйләндереп алған тирә-яҡ мохиткә, ҙур һәм ысын Шағир яратып һәм яратылып йәшәгән донъяға сикһеҙ мөхәббәт тасуирлана. Талантлы шағир һәм журналист, ис киткес кеше Марис Назиф улы Нәзиров тураһындағы яҡты иҫтәлек райондаштар күңелендә ғүмерлеккә һаҡланыр.
Лида Шәйәхмәтова,
Читайте нас: