САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Август 2019, 17:39

Дуҫтар иҫтәлегенә

Мини-футбол буйынса «Дуҫтар иҫтәлегенә» тип аталған традицион турнир үтте. Ул төрлө йәштәге футбол һөйөүсләрҙе йыйҙы. Ярыштарҙа ун ике команда ҡатнашты. Шуларҙың икеһе Өфө районынан килгәйне ине.
Турнир еңеүсеһе ике төркөмдә асыҡланды. Финалда Кушнаренко ауылы йәштәре һәм Өфө районының Дмитриевка ҡасабаһы йыйылма командаһы осрашты. Беҙҙең футболсылар ҡунаҡтарҙы 3:0 иҫәбенә еңде.
Ярыш йомғаҡтары буйынса һәр команданың иң яҡшы уйынсыһы билдәләнде. Уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылҙы. Еңеүсе һәм призлы урындарҙы алыусы командалар кубок һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Читайте нас: