САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Август 2019, 12:26

Оҙон ғүмерле Мөзәйнә

Әхмәт ауылының иң өлкән йәштәге кешеләренең береһе Мөзәйнә Хәбибрахман ҡыҙы Вәлиәхмәтова туҡһан йәшлек юбилейын билдәләне. Иркен һәм бөхтә йортта кеше күп ине. Бында уның балалары, ейәндәре, турундары һәм күп һанлы туғандары йыйылды.

Хеҙмәт ветеранын тәбрикләргә район хакимиәте, Кушнаренко телевидениеһы һәм район гәзите вәкилдәре килде. Мөзәйнә Хәбибрахман ҡыҙы – алты ҡыҙының яраткан әсәһе, ун дүрт ейәне һәм егерме бер туруның һөйөклө ҡартинәһе. Ул күп йылдар комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгән. Тормошта ла, баҫыуҙа ла ире Фәриз Шәйми улына ышаныслы терәк булған. Юбилярҙы ихлас күңелдән оло ғүмер байрамы менәнҡотлайбыҙ, уға ныҡлы сәләмәтлек, шат кәйеф, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Читайте нас: