Үткән быуаттың һуңғы йылдарынан башлап кешелек үҙенең киләсәгенә тулыһынса тип әйтерлек йоғонто яһаусы проблемалар менән йөҙгә-йөҙ осрашты. Уларҙы нисек хәл итеү кешелектең артабанғы киләсәген билдәләй. Был проблемаларҙың береһе, айырыуса көнүҙәк булғаны – наркомания. Үҫеп килеүсе йәш быуын вәкилдәрендә был яман ғәҙәтте киҫәтеү маҡсатында Саҡмағош районының Киндеркүл ауыл мәҙәниәт йортонда “Иллюзияләр тотҡонлоғонда” тип исемләнгән мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Уның маҡсаты – уҡыусыларҙа наркоманияға ҡатғи тиҫкәре ҡараш формалаштырыу, үсмерҙәргә был мауығыу күңел асыу ыҫулы түгел, ә хәүефле ауырыу икәнлеген төшөндөрөү.
Сара барышында унда ҡатнашыусы малайҙар-ҡыҙҙар наркотик мәтдәләр һәм препараттар, уларҙы ҡулланыуҙың ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүе тураһындағы оҙон булмаған, әмма бай йөкмәткеле мәғлүмәтте тыңланы. Артабан был тема буйынса йәнле әңғәмә ойошторолдо. Уның ахырында уҡыусылар бындай һөҙөмтәләр яһаны. Беҙ бөтәбеҙ ҙә тормошобоҙҙоң теге йәки был осоронда ауырлыҡтар менән осрашабыҙ, йәшәйешебеҙҙән ҡәнәғәтлек, бәхет эҙләйбеҙ. Әммә бәхет һәм йәшәү мәғәнәһе наркотиктар ҡулланыуҙан барлыҡҡа килгән ваҡытлыса рухи күтәренкелектә түгел икәнлеген ныҡлы аңларға кәрәк. Был препараттарҙы ҡулланыуҙың ахыры аяныслы булуын бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай. Уларҙы ҡулланған бер генә кеше лә бәхет таба алғаны юҡ әле. Был сирҙе дауалауы үтә лә ҡатмарлы. Ә ахыры күпселек осраҡта йәшләй донъянан китеү менән тамамлана.
Был сара ауылыбыҙ малайҙарын һәм ҡыҙҙарын киләсәктә был шикле ләҙҙәтте татып ҡарау теләгенән тыйып ҡалыр, унан алған тәьҫораттар күңелдәренә ныҡлап инеп ҡалып, был заман әфәтенә бирешмәскә ярҙам итер, тип өмөтләнәм.
Киндеркүл ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.