Август башында көндөҙгө спорт-һауыҡтырыу лагеры эшләй башланы. Алтмыш малай һәм ҡыҙ егерме бер көн дауамында сәләмәтлектәрен нығытыу менән бер рәттән спортсы оҫталыҡтарын камиллаштырыу менән дә шөғөлләнәсәк.
Саралар программаһында район музейында, балалар китапханаһында булыу, төрлө спорт ярыштарында ҡатнашыу, әңгәмәләр үткәреү һәм башҡалар ҡарала.
Балалар нәфис гимнастика, волейбол, баскетбол, велосипед спорты һәм көрәш буйынса күнекмәләр үтәсәк.
Лагерҙа ял итеүселәр өсөн көнөнә ике тапҡыр ҡайнар туҡланыу ойошторола.