САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Август 2019, 13:39

Илештә Ағиҙел тәрәнәйә

10 августан Илеш элеваторы янында Ағиҙел йылғаһы төбөн тәрәнәйтеү эштәре башланды. Был уға 5 мең тоннаға ҡәҙәр йөк күтәрерлек ҙур йөк ташыусы суднолар килә алһын өсөн эшләнә. Әлеге эш 600 метр аралыҡта башҡарыласаҡ һәм ике аҙна эсендә тамамланасаҡ. Бындай күләмле сараның маҡсаты – Башҡортостан территорияһынан башҡа илдәргә, беренсе сиратта Төркиәгә һәм Иранға юғары сифатлы ашлыҡ оҙатып ебәреү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу. Бындай перспектива ауыл хуҗалығы хеҙмәтсәндәрен рухландырыр, сөнки уларҙың артығы лайыҡлы бәйәгә һатылыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Читайте нас: