САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Август 2019, 16:16

Райондашыбыҙ – икенсе урында

Яҡташыбыҙ, Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылы ҡыҙы АЙГӨЛ ГӘРӘЕВА Голландияның Алкмаре ҡалаһында үткән шосселағы велоспорт буйынса Европа чемпионатының юниоркалар араһындағы айырым старт ярыштарында уңышлы сығыш яһаны. 22,4 саҡырым оҙонлоҡтағы шәхси беренселектә йәш райондашыбыҙ икенсе призлы урынды яуланы һәм көмөш миҙал менән бүләкләнде. Ул голланд велосипедсыһы Ширин ван Анройҙан бары тик 2 секундҡа ғына ҡалышты. Өсөнсө урында – швед спортсменкаһы Вильма Олавссон.

Йәш райондашыбыҙҙы донъя кимәлендәге ҙур бәйгелә яуланған был уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм арытабан да еңеүле үрҙәр яулауын теләйбеҙ.
Читайте нас: