САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Август 2019, 17:45

Төбәк етәксеһе Саҡмағошҡа килде

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән беҙҙең Саҡмағош районында булды.

Тәүҙә ул өҫтө ябыулы “Саҡмағош-Арена” һырғалағына инеп, йәш хоккейсыларҙың күнекмәләрен күҙәтте. Әйтергә кәрәк, 2010-2011 йылдарҙа тыуған малайҙарҙы берләштергән районыбыҙҙың был командаһы – байтаҡ мәртәбәле бәйгеләрҙә еңеү яулаған йәш уйын оҫталары командаһы. Был көндө һырғалаҡҡа килгән саҡмағоштар республика етәксеһе менән әңгәмә барышында “Саҡмағош-Арена”ла күнекмәләр үткәреү өсөн тренажер залы йыһаҙлау һәм автобус һатып алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Артабан район буйынса эшлекле сәфәрен дауам итеп, төбәк етәксеһе яуаплылығы сикләнгән “Базы ауыл хужалығы предприятиеһе” йәмғиәтенең баҫыуында арыш урағы барышы тураһында ҡыҙыҡһынды һәм Рапат ауылындағы заманса тауарлыҡлы-һөтсөлөк фермаһы эшсәнлеге менән танышҡас, Радий Фәрит улы яуаплылығы сикләнгән “Саҡмағош һөт заводы” йәмғиәтенә йәүнәлде. Бында ул йәмғиәттә етештерелгән продукция төрҙәрен ҡараны һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев һәм предприятие директоры А.С.Никитин менән ойошмаға ярҙам итеү һәм уның эшсәлеген йәнләндереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе шулай уҡ район үҙәгенең Тыныслыҡ урамында йәшәүселәр менән дә әңгәмәләште.

Сайтҡа Р.Арыҫланова әҙерләне.

Мәғлүмәт сығанағы: https://chekmagush.bashkortostan.ru/presscenter/news/...

Фото: “Башинформ” агентлығынан.
Читайте нас: