САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Август 2019, 18:07

Эш сәфәре менән

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин беҙҙең районда булып, граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итте.
Мөрәжәғәттәрҙә йәш быуынды тәрбиәләү, мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Айбулат Вәкил улы барлыҡ һорауҙарға төплө яуап бирҙе, ҡайһы берҙәрен шәхси контроленә алды.
Һунынан А.Хажин 1-се урта мәктәптә булды. Бында уны заманса уҡыу кабинеттары менән таныштырҙылар. Физика кабинетында дүртенсе синыф уҡыусыһы Арсен Әхмәҙуллин юғары дәрәжә биләгән ҡунаҡҡа үҙенең робототехника өлкәһендә һәләттәрен һәм шәхси эштәрен күрһәтте.
Химия һәм биология кабинетында тәжрибәләр үткәреү өсөн кәрәкле йыһаздар һәм химик реактивтарҙы ҡаранылар. Уҡытыусы Айгөл Мөхәмәтйәнова үҙенен уҡыусылары имтиханда яҡшы балл йыйыуҙары турыһында ғорурланып һөйләне.
Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы «Тау» балалар-һауыҡтырыу үҙәгендә һәм гимназияла булды.
Читайте нас: