САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Август 2019, 11:53

Юлдар нығытыла

Мәмәк ауылының урам юлдарын ремонтлауға өс берәмлек махсус техника, дүрт үҙ бушатҡыс автомобиль йәлеп ителгән. Бында өс урамда йыйыныһы ике километрға яҡын юл полотноһы нығытыла.
«Строй Эколог» йәмғиәте эшселәре башта кюветтар ярҙылар, унан ваҡ таш түшәнеләр һәм уны тигеҙләп, каток менән тығыҙландырҙылар. Өҫкө ҡатламға ҡом-таш ҡатнашмаһы түшәнеләр. Дүрт урында диаметры 400 миллиметрлы һыу үткәреү торбалары һалып ҡалдырылған. Тағын шундай биш торба буласаҡ.
Ремонт эштәренә аҡсаның күп өлөшө республика бюджетынан бирелгән. Ауыл биләмәһе бюджетынан 300 мећ һумға яҡын бүленгән.
Үткән йыл бер урам юлы нығытылған булған. Бер километрға асфальт вағы түшәгәндәр.
Ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса ла эш алып барыла. Быйыл ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә 32 светодиод яҡтыртҡыс ҡуйылған. Тағын ун туғыҙҙы ҡуйыу ҡарала.
Читайте нас: