САРМАНАЙ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Август 2019, 13:54

Борсаҡ һуҡтыралар, арыш өлгөрә

"Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы" йәмғиәтендә ҙур ғына - 300 гектар майҙан биләгән баҫыуҙа борсаҡ һуҡтыралар ине.
- Болоттар ҡуйыра ла, ямғыр тамсылай башлай. Һәм шундай тәртип урынлашты: көндөң беренсе яртыһында сенаж хәҙерләйбеҙ, икенсеһендә, теҙмәләр кипкәс, һуҡтырырға керешәбеҙ, - тип һөйләй хужалыҡтың баш агрономы Рәмил Ғәниев. - Шулай булғас, урып-йыйыу конвейеры өҙлөкһөҙ эшләй.
Беҙ килгән көндө әлеге культура, уртаса 18 центнер уңыш менән, 70 гектарҙа һуҡтырып алынғайны, ҡалған майҙанда уны сабыу тамамланған.
Арпа сәселгән 650 гектарҙың 180ендә һуҡтырыуҙы тамамлағандар. Баҫыуҙа химик утау үткәрелгән: сүп үләндәре бөтөнләй юҡ тип әйтергә була, туранан-тура һуҡтырыу ыҫулы менән урып-йыялар. Уңыш насар түгел - гектарынан 22 центнерға яҡын.
Борсаҡты йыйып алыуҙы тамамлағас та арыш һуҡтыра башларға йыйыналар.
Һаламды төргәктәргә ҡыҫалар һәм малсылыҡ фермалары эргәһенә ташыйҙар. Баҫыуҙа ҡалған, ҡышын ҡар өҫтөнән тарттырып алып ҡайта торған эҫкерттәр тураһында күптән онотолған. Һалам ҡалһа ла, ваҡланып бөтә баҫыуға сәселә. Тора-бара туфраҡҡа буталып, ул яҡшы ашламаға әүереләсәк.
Туңға һөрөү 150 гектарҙа башҡарылған. Суданка, борсаҡ, ҡарабойҙайҙан бушаған баҫыуҙар ужым культуралары сәсеү өсөн һөрөләсәк. Пар ерҙәрен дә индереп, уларҙың майҙаны 600 гектарға яҡын тәшкил итәсәк.
Комбайнсылар Рәүис Ноғоманов һәм Айрат Зыяҡаев игендәрҙе "АКРОС-505" комбайндарында һуҡтырып ала. "Нива-Эффект" комбайндарын Ришат Баҡаев, Айҙар Нәбиуллин һәм Айнур Задин йүгәнләгән. Иң юғары күрһәткес Рәүис Ноғомановта - 3300 центнер. Ришат Баҡаев 2800 центнер ашлыҡ һуҡтырған.
Комбайнчылар Ришат Баҡаев һәм Айҙар Нәбиуллин.
Радим Шәйхетдинов һалам төргәктәрен баҫыҙан ташый.
Читайте нас: