САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2019, 12:43

«Заманса мәктәп» проекты «Етди ҡарауығыҙҙы һорайым!»

1 сентябрҙән гимназия, Шәрип һәм 1-се Кушнаренко урта мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» тип исемләнгән һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программалары үҙәге формаһында «Заманса мәктәп» төбәк проекты индерелә башлай.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин, 1-се урта мәктәптә булып, әлеге программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн матди-техник базаны әҙерләү барышы менән танышты. Әлеге ваҡытта бында махсус уҡыу кабинеттары булдырыла һәм йыһаздар менән тәьмин ителә. Уҡытыусылар белем күтәреү курстарында әҙерлек үтә. Дүрт педагог дистанцион курста белемен камиллаштырған, икеһе уҡырға ебәрелгән.
Информатика, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре һәм технология –өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса төп фәндәр.
Республикала «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә – спорт көрәшен» күләмле проекты тормошҡа ашырыла башланы. Өфөнөң дүрт мәктәбендә һәм 1-се Кушнаренко урта мәктәбендә тиҙҙән көрәш менән шөғөлләнеү өсөн спорт залдары барлыҡҡа киләсәк. Бында дәрестән тыш ваҡытта көрәш менән шөғөлләнеү өсөн 11-16 йәшлек балаларҙан төркөмдәр ойоштороласаҡ. Башҡа ауылдарҙан да балаларҙы йөрөтөү мәсьәләһен хәл итеү ҡарала.
Район етәксеһе мәктәптә спорт залын ҡарап сыҡты. Уҡытыусылар менән проектты ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында фекер алышты. «Коллегалар, был мәсьәләне хәл итеүгә етди ҡарауығыҙҙы һорайым!» – тине ул.


Читайте нас: