САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2019, 12:06

Иген менән тулһын буралар

Бөгөн игенсене бары тик бер нимә: тир түгеп үҫтергәнде юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу мәсьәләһе борсой. Был аңлашыла ла, һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы һөҙөмтәһендә урып-йыйыу эштәре тулы ҡеүәтенә бара алмай. Шулай ҙа ауыл уңғандары аяҙ көндөң һәр минутын отошло файҙаланып ҡалырға ашығып, бар көстө ураҡҡа йүнәлтә. Был йәһәттән «Маяҡ» кооперативы эшсәндәре өлгөрлөк күрһәтә.
Әйткәндәй, хужалыҡ эшсәндәре районда борсаҡты теҙмәләргә һалыуҙы беренсе булып башлап ебәрҙе. Беҙ килгәндә кооперативтың 400 гектар борсаҡ баҫыуында ураҡтың ҡыҙған мәле ине. 4 комбайн, бер-бер артлы төшөп, икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ караптар һыман, иркен баҫыуҙарҙы гиҙә. Көндәр яҡшы торған саҡта урып-йыйыу эштәрен тиҙерәк теүәлләргә кәрәк. Шуға ла тырышып, ҡара тиргә батып эшләй ялан батырҙары. Механизаторҙар Глүс Йыһануров («Сулпан» үҙ йөрөшлө сапҡыс), Наил Шаһелиев (“МТЗ-82” тракторына тағылған “ЖВЗ-6.4” сапҡысы) борсаҡтарҙы теҙмәләргә һала. Тәжрибәле комбайнсылар Илнур Ғайсин (“Палессе”), аталы-уллы Аҙамат һәм Айҙат Латиповтар (“AGROC-550”), Илфир Сираев (“ДОН-1500”) уны һуҡтыра, лайыҡлы хеҙмәт күрһәтә. Шоферҙар Рафиҡ Шәрәфетдинов, Ғазинур Йыһануров, Мөхәммәт Сабиров (“КамАЗ”), Ришат Нәбиуллин, Рауил Рәхмәтуллин (“ГАЗ-53”) яңы уңышты ырҙын табағына ташый. Ырҙын табағында ла эш көйлө бара. Мөҙир Йәғдә Ҡәшфуллина, машинист-водителдәр Рүзил Кәшфуллин, Илдар Әхмәтшин, Артур Мусин, Рәфил Тимербаев үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Әле гектар ҡеүәте 20 ц тәшкил итә. Был уҙған йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ.
Читайте нас: