САРМАНАЙ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Август 2019, 18:40

ХЕҘМӘТЕ МЕНӘН ХӨРМӘТЛЕ УЛ

Ергә кеше хеҙмәт итергә килә. Хеҙмәт менән ул үҙенә йәм табып йәшәй. Дөрөс һайланған һөнәр кешене кеше итеүсе лә, тормошона мәғнә, көс биреүсе лә.

Умартасылыҡ— боронғо ата-бабаларыбыҙың шөгөлө ул. Умартасылар электән үк дәрәжәле һөнәр эйәләре булған. Көслө, тырыш, эшсән, уҡымышлы кешеләр генә был һөнәргә алынған.

Ошо һөнәрҙе үз иткән, ауыл ерендә тыуып-үҫеп һәм яҙмышын тыуған яҡ менән бәйләгән ауылдаштарыбыҙҙың береһе ул Филүс Хәйбрахманов. Филүс — Саҡмағош районының Киндеркүл ауылы егете. 2005 йылда урта мәктәпне тамамлағас Башҡортстан дәүләт аграр университетына умартасылыҡ буйынса уҡырға инә.Уку йортон 2010 йылда уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Хәрби хеҙмәттән ҡайтыу менән үҙ иткән шөғыленә тотона егет. Күптән түгел беҙ, Киндеркүл мәҙәниәт йорто ҡаршында эшләп килеүсе ‘’Илһам’’ түңрәгенә йөрөүсе балалар менән Филүстең умарталығына сәйәхәткә бардык. Уңған егеттең умарталығы ихатанан шаҡтаай ситтә, ырҙын артында урынлашҡан. Бында килеүгә үзеңде әкияттәгеләй хис итәһең. Ҡоштар һайрай, әйләнә-тирәне ағастар һәм сәскәләр әйләндереп алған. Ошо матурлыҡ эсендә буй-буй булып умарталар теҙелеп киткән. Икенсе яҡта бал айыртыу, төрлө кәрәк-яраҡтарҙы урынлаштырырыу өсөн ҡоролма яһалған. Ә бал еҫе бөтә умарталыҡҡа таралған....

Беҙ эштең иң ҡыҙыу өлөшөнә тура килдек. Филүс бал айыртырға әҙерләнеп йөрөй иде. Умарта аҫырауҙың эше күп дип ҙарланырга яратмай ул, сөнки бөтә күңеленен биреп эшләй. Бу – аның тормыш рәүеше.. Быйыл һауа торышы көйһөҙләнде һәм шуға күрә дә бал йыйыу бераҙ һуңарған. Әммә уңган ауылдашым бал булаһына ышана. Ул бал ҡорттары тураһында көндәр буйы һөйләй ала. Хеҙмәтен барлыҡ нескәлектәрен белеп башҡара ауылдашым . Бергәләп яңы ай ыртылған сәскә балынан да ауыҙ иттек. Уның тәмлелеге! Әллә умартасы шулай тәмләп һөйләгәнгә, балаларға был һөнәр ҡыҙыҡ тойылды. Эх, бал ҡорты сагыуынан ҡурҡмаһаҡ икән, тип ағайҙарына һоҡланып ҡарадылар улар. Филүс менән һаубуллашып умарталыҡтан сыҡҡанда балалар менән беҙ шундай һөҙөмтәгә килдек: бал ҡорттары тураһында бер аҙ мәғлүматыбыҙ булһа ла, табындарыбыҙҙа торған, беҙ тәмләп сәй эсә торған балды был ҡәҙәр үк тынғыһыҙ хеҙмәт емеше тип уйламай инек. «Һәр һөнәрҙең үҙ нескәлектәре бар», — тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр ҙә икән… Ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Филүс! Тынғыһыҙ, әммә үҙең яратҡан хеҙмәттең мул әжерҙәрен күрергә яҙһын, табындарыбыҙ быйыл да һап-һары кәрәҙдәрҙән һәм хуш исле балдарҙан һығылып торһон! Ауыл хеҙмәтенә ысын күңелдән ғашиҡ шундай Филүс Хәйбрахманов кеүек егеттәр күберәк булһа, ауылдарыбыҙҙның киләсәге дә өмөтлө һәм матур булыр ине.

Раушания Гәрәева,

Киндеркүл мәданият йорто мөдире.
Читайте нас: