САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Август 2019, 14:01

Ауыл фельдшеры сәғәткә ҡарамай

Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ һорай торған һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ врачы ла, хирург та булырға тура килә. Тик, ауылдаштар араһында абруй ҡаҙаныр өсөн, белемле булыу өҫтөнә асыҡ йөҙлө, тәмле телле булыу ҙа бик мөһим. Абдулла фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Резидә Рәфиҡова нәҡ ошо сифаттарға эйә булып, үҙ һөнәре оҫтаһы. Халыҡтан, уға мөрәжәғәт иткән һәр кешенән уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре ишетергә тура килә.
Резидә Әхмәтнәғим ҡыҙы әлеге һөнәргә 30 йылдан артыҡ ғүмерен бағышлай. Фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлөп тормай. Ул өлкән быуын кешеләре һәм кескәйҙәр менән дә уртаҡ телде бик тиҙ таба Ауыл кешеһе диабет менән ауырһа ла, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, бармағына шырпы ҡаҙалһа ла, дарыу кәрәк булһа ла, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә бында йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙамды күрһәтә, кәңәштәрен бирә. Резидә Рәфиҡова Абдулла ауылында йәшәүсе 200 кешегә хеҙмәт күрһәтеп, шуларҙың 22һе - 17 йәшкә ҡәҙәрге балалар.
Утыҙ йылдан артыҡ эшсәнлеге дәүерендә Резидә Әхмәтнәғим ҡыҙы бик күп кешеләргә тейешле һәм кәрәкле медицина ярҙамы күрһәткән. Ауыл халҡы уға игелекле һүҙе, кәңәштәре өсөн дә, дауаһы өсөн дә рәхмәтле.
Читайте нас: