САРМАНАЙ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 14:14

Сифатлы булһа, конкуренция ҡурҡыныс түгел

Булдыҡлылар заманы
Ауыл ерендә эш юҡ тиһәк тә, тырыштар ҡайҙа ла етеш тормошта йәшәй алыуына йыш ҡына шаһит булабыҙ. Ысынлап та, үҙ эштәрен асып, уңышлы ғына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр арала етерлек. Иләкшиҙе ауылында йәшәүсе Айҙар менән Ләйсән дә нәҡ шундыйҙарҙан. Республикала ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторола башлағас, Ләйсән һәм Айҙар Баһмановтар беренселәрҙән булып был тәҡдимде хуплап сыға. Бишҡурай ауыл Советы ауыл биләмәһе ерлегендә 11 кешенән торған ярым фабрикаттар етештереүгә йүнәлтелгән «Илешагропродукт» ҡулланыусылар кооперативы булдырыла. Проектта ҡатнашып, еңеү яулағас, Хөкүмәттән 3 млн. һум күләмендә грант бүленә. Әлбиттә, был ярҙам эшсәнлекте киңәйтеүҙә яңы офоҡтар асҡан. Баһмановтар был аҡсаға үҙҙәренекен ҡушып, сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән йыһаздар ала. Бында хәҙер ҡамыр аштары, билмән цехы ла асылған һәм унда биш кеше өсөн эш урыны булдырылған. Бында нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Һәр ҡайһыһы бындағы шарттарҙан һәм хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәт. Унда билмән әүәләү менән генә сикләнмәй, ит фаршы, голубцы, хинкали, кәтлит, фрикадельки кеүек ярым фабрикаттар ҙа етештерелеп, үҙ сауза нөктәләренә, шулай уҡ Үрге Йәркәйҙәге «Мясная лавка» магазинына һатыуға сығарыла. Киләсәктә улар колбаса яһау цехы асырға планлаштыра. Бының өсөн йыһаздар ҡайтҡан, бары тик уларҙы урынлаштырып, көйләргә кәрәк. Сеймал халыҡтан, шулай уҡ бер туған ҡустыһы Артур Баһманов крәҫтиән-фермер хужалығынан алынасаҡ. Иң мөһиме, колбасаны сифатлы итеп, составына борос, тоҙ, һарымһаҡ, һуған ҡушып хәҙерләнгән иттән генә эшләүҙе күҙаллай. Шулай уҡ кулинария ризиктары ассортиментын киңәйтеп, бинаның икенсе ҡатында туған көндәр, туйҙар үткәреү өсөн банкет залы асыуҙы планлаштыра.

Читайте нас: