САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 18:40

Мәрҙәмшин кубогына

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә Дүртөйлө һәм Илеш райондары спортсылары араһында бильярд буйынса Риф Мәрҙәмшин кубогына шәхси беренселек уҙҙы.
Бындай ярыштарҙың барлыҡҡа килеүе көтөлгән һәм законсалыҡлы хәл ине - Риф Хабназар улы бөгөнгө көндә районда бильярд спорты уҡытыусыһы булараҡ билдәле. Ә элегерәк титуллы спортсы ғына түгел, тәү сиратта, 7 СССР спорт мастеры һәм спорттың күп төрҙәрендә спорт мастерлығына 15 кандидат әҙерләгән тренер булараҡ билдәле ине. Районда теннис һәм бильярдты популярлаштырыу һәм үҫтереүҙең юл башында ла ул торҙо.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Наил Ғүмәров беренселектә еңеү яулады, икенсе урын Мансур Мөхтәруллинда, Альберт Сухов өсөнсө булды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Әхмәҙиев Риф Хабназар улына ҡала һәм район алдындағы хеҙмәттәре өсөн «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалын тапшырҙы.
Читайте нас: