САРМАНАЙ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Август 2019, 17:35

Ауыл йәмле улар менән

Тыуған еребеҙҙең үҫеше өсөн ғүмере буйына тырышып хеҙмәт һалған ауыл эшсәндәре хәҙер инде хаҡлы ялда булһалар да, ҙур хөрмәткә лайыҡ. Саҡмағош районындағы Һарайғыр ауылының иң хөрмәтле ил ағаларының береһе, 45 йыл тыуған яғының баҫыу-ҡырҙарында сәсеү сәскән, иген иккән тракторсы Карам Шәкүр улы Ғүмәров иҫтәлекле ғүмер байрамын – 90 йәшен билдәләне. Уны тыуған көнө менән ҡотларга Тайнаш ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Хәлил Исхаҡов менән ветерандар советы рәйесе Мөҙәрис ағай Ғарипов өйҙәренә килеп, изге теләктәр еткерҙеләр һәм бүләк тапшырдылар. Уларҙы Карам ағайҙың ҡыҙы менән кейәүе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.

Эйе, хөрмәтле ил ағаһының хеҙмәт һәм тормош юлы тыуып-үҫкән ере менән айырылғыһыҙ бәйле. 1948 йылда Рәжәп МТСында 3 айлыҡ тракторсылар хәҙерләү курстарын тамамлап, ул ваҡытта Чапаев исемен йөрөткән туған кохозына ҡайта һәм “У-2” тракторын “йүгәнләп” эшләй башлай. Унан һуң “НАТИ”, “ДТ-54”, “С-80”, “МТЗ-50”, “МТЗ-80” тракторҙарында хеҙмәт һала. Был трактор маркалары хәҙер инде тарихта ғына ҡалып бара. Улар ғынамы һуң, ағайҙың бергә эшләгән хеҙмәттәштәренең күбеһе лә был фани донъяны ҡалдырып китте инде. Карам ағай үзенең оҙон ғүмерле булыуына мәрхүмә тормош иптәше Хөдүдә Ғаббас ҡыҙына рәхмәтле. Ғүмере буйы уны хәстәрләп йәшәгән ғүмер юлдашы ике йыл элек гүр эйәһе булды.

Карам ағай менән Хөдүдә апай Ҡаран ауылында тыуып үҫкәндәр. Ауылдаштарым булараҡ та, үрнәкле ғаилә булараҡ та миңә уларҙың йәшәү рәүеше бик оҡшай, кәңәштәре, ярҙамдары һәр ваҡыт урынлы булып, тормошомды яйларға булышлыҡ итеп тордо.

Кеше ғүмере бик тиҙ үтә шул. 90 йәшкә етһә лә, Карам ағай етеҙ, энергиялы. Әле лә тоғро дуҫын – этен эйәртеп көн дә тиерлек баҫыу-ҡырҙарҙы урап ҡайта. Уйлар уйлап, үткәндәрҙе барлап, хәләле менән бергә үткән ғүмер юлдарын иҫкә алып, ерһеү-һағыныуҙарын баҫып ҡайта. Ата-әсәнең ҙур бәхете, уларҙың ғүмерҙәрен оҙонайтып, мәғәнәле итеүселәре – балалары. Ә уларның алты балаһы – йөрәк пәрәләре, шөкөр, бик күптәргә үрнәк булырлыҡ изгелекле-игелекле булып үҫте. Әлеге ваҡыта ҡыҙы Әлфиә, кейәүе Рәмит тәрбиәһендә йәшәй Карам ағай. Урыны һәр саҡ йорт түрендә.

Ҙур хеҙмәт юлын уҙған Карам ағай. Ауыр һуғыш йылдарындағы михнәттәрҙе һөйләп кенә бөтөрөрлөк түгел. Туғыҙ тиҫтә йыл дауамында йыйыла барған баһалап бөтөргөһөҙ хәтирәләр күңелендә уйылып ҡалған. Ғүмер буйы тырышып эшләгәндәреңдең әжерен-игелеген күреп, бөгөнгө мул тормошҡа шатланып, һау-сәләмәт булып йәшәргә яҙһын, Карам ағай!


Флидә Сөләймәнова.

Иҫке Балаҡ ауылы.
Читайте нас: