САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 18:23

Йәйге мөмкинлектәр – мул һөт сығанағы

Бөгөнгө көндә хужалыктар һөт һатыуҙан ингән табыш хисабына йәшәй. 1 авгусҡа Саҡмағош районы хужалыҡтарында 148 тонна һөт етештерелеп, шуның 139 тоннаһы һатыла. Бер һыйырға уртаса 21,1 кг тура килә. Иң күп һөттө “Базы” йәмғиәтендә һауалар – 51,7 тонна, икенсе баҫҡыста “Герой” хужалығы – 28,3 тонна. “Байбулат” йәмғиәте һәм “Алга” хужалығы терлекселәре лә, йәйге мөмкинлектәрҙе файҙаланып, һөттө әҙерәк сығымдар менән күберәк етештерергә тырышалар. Улар һәр көндө эшкәртеү предприятиеһына 12-13 тонна юғары сортлы продукция оҙата. Ленин исемендәге, “Октябрь”, “Победа” хужалыктары, “Үҙәк” МТСның район филиалы бүлексәләре, “Юлдаш” йәмғиәте терлекселәренә райондың уртаса күрһәткесенә ирешеү өсөн тырышлыҡты арттыраһы бар. Ҡайһы берәүҙәре һөттө уҙған йылға ҡарағанда артығыраҡ етештерһәләр дә, бөтә мөмкинлектәрҙе лә тулыһынса файҙаланмай әле. Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, малдарҙы көтөүҙән ҡайтарғас, туҡлыҡлы өҫтәмәләр ҡушылган аҙыҡ менән туҡландырыу етешмәй, һыу һәм тоҙ менән тәьмин итеүгә лә иғтибарҙы кәметмәҫкә кәрәк.

Йәй көнө һөттө мул итеп етештереүҙе тотҡарлаусы сәбәптәргә урын ҡалмаһын, белгестәр һәм терлекселәр тәбиғәттең йәйге мөмкинлектәренән тулыһынса файҙаланһындар иде.

Хәҙерге ваҡытта күпселек фермаларҙа ремонт эштәре бара. Ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Ильяс Йосопов һүҙҙәренә ҡарағанда, малдарҙы ҡышлатыу осорона әҙерлек ойошҡанлыҡ менән дауам итә. «Базы» йәмғиәтендә, «Герой» ауыл хужалығы кооперативында ҙур күләмле төҙөлөштәр алып барылһа, «Заря», «Победа», «Алга», «Октябрь» хужалыҡтарының мал торлаҡтарының түбәләре профнастил менән ябылды, иҙәндәре алыштырылып, быҙауҙар аҫыралған биналарында йәш үрсем өсөн уңайлы шарттар булдырылды, ағартыу-дезинфекциялау эштәре башҡарылды.
Читайте нас: