САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 13:10

Уның кеүек уңғандар тота хужалыҡты

“Заря” ауыл хужалығы етештереү кооперативында туған еребеҙҙең ысын патриоттары хеҙмәт һала тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ, мөғайын. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, үҙҙәренә йөкләтелгән эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараусы уңғандар тота хужалыҡты.

Руслан Латипов хеҙмәт юлын механизатор һөнәренә арнаған. Әлеге ваҡытта хужалыҡтың “Акрос” ашлыҡ йыйыу комбайнында ураҡта ҡатнаша ул. Яҙғы ҡыр эштәренең уртаһында ҡайнаған һөнәр эйәһе тырматыуҙы ваҡытында башҡарып сыҡты, ырҙын табағында “Джи-Си-Би” төйәгесендә эшләне. Йылдар дауамында һалған тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды ауыл уңғанының. Район һабан туйында хөрмәтләнгән хеҙмәт алдынғылары араһында уны ла күреү хеҙмәттәштәре, туғандары һәм ауылдаштарына ғорурлыҡ хистәре өҫтәгәндер. Руслан Фаат улы республика Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Читайте нас: