САРМАНАЙ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 12:18

Киләсәктә лә һынатмаҫ

Районыбыҙҙың йәштәре, ата-бабаларыбыҙ эстафетаһын уңышлы дауам итеп, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында илебеҙ именлеген уяу һаҡлай. Үрге Йәркәй ауылы егете Радмир Әйүпов ошо көндәрҙә хеҙмәтен тултырып, тыуған йортона иҫән-имен әйләнеп ҡайтты. Уның үҙе менән командованиенан ебәрелгән Рәхмәт хаты ла бар. «Хөрмәтле Дәриә Ғәйфулла ҡыҙы! Һеҙҙең улығыҙ үҙен ғәҙел, тәртипле яугир итеп танытты, хәрби ҡоралды оҫта ҡуллана, подразделениеның йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашты. Өлгөлө, ҡыйыу хеҙмәте менән командирҙарҙың һәм иптәштәренең хөрмәтен, абруйын яуланы. Улығыҙ хеҙмәт иткән часть командованиеһы һеҙгә лайыҡлы, ышаныслы һалдат тәрбиәләнегеҙ өсөн рәхмәт белдерә. Һеҙ ысын Ватан һаҡсыһы үҫтергәнһегеҙ һәм уның менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ. Улығыҙ киләсәктә лә уңыштары менән һөйөндөрһөн, ғаилә бәхете, сәләмәтлек теләйем», - тиелә унда. Был юлдарҙы уҡығас, әсә кешенең ниндәй шатлыҡ кисереүен күҙаллау ҡыйын түгел. Эйе яҡшылыҡҡа өйрәтеп үҫтергән улы йөҙөнә тап төшөрмәй.
Радмир кеүек егеттәрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ. Ул киләсәктә лә һынатмаҫ, әсәһе, апаһы ла Радмир менән һәр ваҡыт ғорурланып йәшәр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: