САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август 2019, 13:24

Балалар майҙансыҡтары хәүефһеҙ булһын!

  • Миләүшә Ғөбәйҙуллина,

  • Йәштәр үҙәгенең педагог-ойоштороусыһы.
    Күптән түгел район үҙәгенең Тыныслыҡ урамында урынлашҡан балалар уйын майҙансығын төҙөкләндереү буйынса сара үтте. Унда Йәштәр үҙәге белгестәре һәм волонтерҙар, Балалар-үсмерҙәр спорт мәктәбе, “Саҡмағош-Арена”, Саҡмағош ауыл Советы ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты.
    Был көндө майҙансыҡта санитар таҙартыу үткәрелде, ул сүп-сарҙан арындырылды, бында үҫкән ҡый үләндәре сабылды. Әлеге эштәр тамамланғас, волонтерҙар ерҙе тигеҙләп, яңы ком өҫтәнеләр. Былары уҡ ҙур көс талап итә торган хеҙмәт булһа ла, тағы ла оҙаҡ ваҡыт һәм түҙемлелек кәрәк булған йәнә бер изге эш тә башҡарылды әле был сарала. Майҙансыҡты уратып алған ҡойма һәм уйын йыһаздарының ваҡ деталдәре сағыу төҫтәргә буяп сығылды.
    Эйе, башҡарылған эштәр байтаҡ булды. Һауа торошо ла быға булышлыҡ итте. Сарала ҡатнашыусы һәр кемгә, айырыуса волонтерҙарға, ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәһе килә. Шуныһы ла шатландырҙы: беҙ был көндө сабыйҙарын бында уйнарға һәм ял итергә алып килеүсе ата-әсәләре һәм өләсәйҙәренән байтаҡ рәхмәт һүҙҙәре ишеттек.




Читайте нас: