САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Июль 2019, 16:23

Тырыш ғаилә – ил күрке

Донъя көтөүгә тырыш, күркәм холоҡло йәш ғаиләләр бихисап районыбыҙҙа. Шуларҙың береһе – Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Гөлназ һәм Илүс Назаровтар. Улар күптәргә өлгө булып торорлоҡ.

Ғаилә башлығы Илүс Илеш ауылында Тәнзилә һәм Глүс Нажаровтарҙың тырыш ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Бәләкәйҙән хеҙмәт яратып, йорт эштәрендә булышып үҫә ул.

Илүс урта мәктәпте тамамлағас, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында белем ала. Армия сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, БР буйынса «ФКП Росреестр» ФДБУ филиалының 10 территориаль бүлегендә эш башлай. 2014 йылда «Архитектура-планлаштыру бюрһы» МУПҡа баш белгес булып урынлаша. Әлеге ваҡытта бында директор вазифаһын ваҡытлыса башҡара. Белемен камиллаштырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт аграр университетын ситтән тороп тамамлай.

Илүс татыу ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Этәй һылыуы Гөлназ менән ҡыҙҙары Лилиананы үҫтерәләр. Мөхәббәт емештәренә йәш тә һигеҙ ай. Гөлназ Разалиф ҡыҙы аш-һыуға оҫта, бәйләргә, матур гөлдәр үҫтерергә ярата.

Бу көндәрҙә ғаилә өй һалыу мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Кирбестән заманса итеп төҙөлгән йорттарының эске эштәре генә ҡалып килә. Шуныһы һөйөнөслө, 2018 йылда Нажаровтар федераль маҡсатлы программа буйынса йорт төҙөү өсөн сертификатҡа эйә булды. Күп сығымдар талап иткән төҙөлөш эшендә ғаилә өсөн был аҡса, әлбиттә, бик ҙур матди таяныс. Киләсәккә ышаныс, изге ниәттәр менән атлаған был пар шундай ҙур ярҙам өсөн Хөкүмәткә, муниципаль район хакимиәтенә ҙур рәхмәтле.
Читайте нас: