САРМАНАЙ
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Июль 2019, 18:34

Ҙур маҡсаттар ҡуйып алға

«Игенсе» крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре алға ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҙғы сәсеүҙе оптималь ваҡытта һәм сифатлы итеп башҡарып сыҡҡайны. Бөтә технологик саралар ҙа теүәл үтәлеп, иң мөһиме, ер ҡуйынына элита сортлы орлоҡтар индерелгән. Шул рәүешле баҫыуҙарҙа туҡ башаҡлы игендәр өлгөрҙө. Игенселәр алдында яңы уңышты әрәм-шәрәм итмәйенсә йыйып алыу бурысы тора. Бөгөн бында һәр участокта сәмле хеҙмәт ойошторолған.
-Хужалык идараһы игенселек культураһын күтәреү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Гектар ҡеүәтен арттырыу өсөн сәсеү нормаһын үтәүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлдек. Бойҙай, арпа, рапс, ҡара бойҙай сәсеүлектәре гербицид менән эшкәртелде. Уны тәжрибәле механизатор Рәсүл Ғәҙетдинов уңышлы башҡарҙы. Ашламаны ла уҙған йыға ҡарағанда күберәк индерҙек, - ти «Игенсе» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рәмил Ғәнеев технология үтәлешен барлап.
Әйтергә кәрәк, хужалыҡтың 2947һен гектар һөрөнтө ере иҫәпләнеп, 274 - ҡышҡы бойҙай, 927 - яҙғы бойҙай, 553 өн – арпа, 416 - горчица, 357 һын – ҡара бойҙай , 420 гектарҙы рапс биләй.
Әлеге ваҡытта горчица баҫыуында эш ҡайнай. Был культураны хужалыҡтың уңған механизаторҙары Илшат Ҡашапов менән Флүн Әҙһәров, уларҙың ярҙамсыһы Рәмзил Насретдинов «МТЗ-80» тракторына тағылған «ЖВЗ-7» сапҡысы һәм «Нива» комбайнында менән теҙмәләргә һала. Улар көнөнә 40ар гектар майҙанда эш башҡара.
Читайте нас: