САРМАНАЙ
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июль 2019, 17:19

Яр буйы төҙөкләндереләсәк

Үткән йома көндө район үҙәгенең Яр буйы урамында граждандар сходы үтте. Унда йыйылыусылар “Башҡортстан Республикаһының Саҡмағош муниципаль районында 2018-2024 йылдарға иҫәпләнгән заманса ҡала мөхитен булдырыу” муниципаль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған Саҡмағош йылғаһы ярын төҙөкләндереү проекты менән танышып, башҡарылаһы эштәр тураһында хәбәрҙәр булды. Муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торак-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары А.Җ.Басиров, архитектура бүлегенең торлаҡ-коммуналь хужалығы секторы мөдире Р.Р.Вәлиева һәм Саҡмағош ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Ф.Ә.Ишморатов сходҡа килеүселәргә был проектты бойомға ашырыу этаптарын ентекләп аңлатып, ошо төбәктә йәшәүселәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Сходта ҡатнашыусылар был проект буйынса үҙ фекерҙәрен белдереп, төҙөлөште хупланылар. Төҙөкләндерелгән объект 2020 йылдың авгусында файҙаланыуға тапшырылыр, тип планлаштырыла. Әлеге ваҡытҡа электрон аукцион үткәрелеп, эштәрҙе башҡарасаҡ подряд ойошмаһы билдәләнгән.

Бынан тыш, программа нигеҙендә Аблай һәм Иҫке Ҡалмаш ауылдарында Еңеү парктарын төҙөкләндереү күҙаллана.
Читайте нас: