САРМАНАЙ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Июль 2019, 16:18

Видеокамералар урынлаштырыла

Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәҗмин итеү маҡсатында мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында видео күҙәтеү камералары урынлаштырыла. Был маҡсатта беҙҙең районға республика бюджетынан 4 млн. 45 мең 285 һум аҡса бүленде. Белем биреү һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар менән бергә Үрге Йәркәйҙәге беренсе балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, Балалар ижад үҙәгенә, ғөмүмән, барлығы 43 объектҡа камералар ҡуйыласаҡ. Бөгөнгө көнгә Аҡкүҙ, Исәмәт, Андреевка, Бишҡурай, Дөмәй – урта, Иштирәк – төп, Анач, Сүлте башланғыс мәктәптәренә, Аҡкүҙ, Исәмәт, Андреевка кирбес заводының, Бишҡурай, Үрге Маншыр, Баҙытамаҡ, Этәй балалар баҡсаларына камералар урынлаштырыла, уны «Илишстроймаркет» йәмғиәте (шәхси эшҡыуар М.Мирғәрипов) уңғандары эшләй.
Читайте нас: