Баҫыуҙарҙа дингеҙ тулҡындарылай тибрәлеп, туҡ башаҡлы ашлыҡтар өлгөрә. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең Саҡмағош районында игенде йыйып алыу эштәрен башлағансы, район хужалыҡтары баҫыуҙарын ауыл хужалығы бүлеге белгестәре кооперативтарҙың баш агрономдар, инженерҙар менән бергәләп ҡарап, бәяләү күркәм ғәҙәткә әүерелде. Ошо көндәрҙә лә шундай эшлекле һөйләшеү, кәсмә семинар-кәңәшмә үтте. Уның эшсәнлегендә муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Ф.Ямалеев та ҡатнашты. Был көндө семинарҙа ҡатнашыусылар “Үҙәк” МТС-тың “Знамя” бүлексәһенең, “Герой” хужалығының, “Байбулат” йәмғиәтенең, Ленин исемендәге, “Заря”, “Октябрь”, “Алға”, “Победа” хужалыҡтарының баҫыуҙарын, “Базы” йәмғиәтенең баҫыуҙары һәм техника паркын ҡаранылар. Әйе, баҫыуҙарҙағы сәсеүлектәр торошон һәм ураҡта ҡатнашасаҡ техниканың әҙерлеген тикшереү – урып-йыйыу эштәре алдынан механизаторҙар өсөн ҙур һынау. Дөйөм алғанда, ҡайһы ғына хужалыҡта булһаҡ та, әҙерлек һыҙығындағы техникаға ҡарап торорлоҡ, ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың! Бөртөкле культураларҙы оптималь сроктарҙа йыйып алыу өсөн хужалыҡтарҙа техника ла, механизаторҙар ҙа етә. Ураҡ етте, ошо көндәрҙә баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш башланасаҡ.
Ҡарайерек ауылы мәҙәниәт йортында семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшө үтте. Уның ахырында эшлекле шарттарҙа үткән сараға район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы И.Ф.Ихсанов йомғаҡ яһаны, был көндө күрелгәндәрҙән сығып, ураҡ эштәрен уңышлы башҡарып сығыу буйынса тәғәйен бурыстар ҡуйҙы.