САРМАНАЙ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Июль 2019, 14:01

Ураҡ башланды. Хәйерле сәғәттә!

Райондың агросәнәғәт комплексы предприятиелары урып-йыйыу кампанияһын башланы. Бөгөнгө көндә «Маяҡ», М.Горький ис. кооперативтарҙа – борсаҡ, «Үҙәк МТС» ДУАХП Илеш филиалында – ужым бойҙайы, Р.Мусин йәмғиәтендә – арыш, И.Ихсанов, А.Рамаҙанов, «Игенсе» крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында горчица культуралары теҙмәләргә һалына. Ауыл уңғандарына сәмле хеҙмәттәрендә уңыштар, игендәрҙе юғалтыуҙарһыҙ йыйып алып, ашлыҡ һаҡлау келәттәренә туплауҙарын теләйбеҙ.
А.Рамаҙанов крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре баҫыусылыҡ тармағында һәр ваҡыт алдынғылар сафында булып, тәбиғәт шарттары төрлө һынауҙар ҡуйһа ла, кәйефтәрен төшөрмәйенсә, сәмләнеп хеҙмәт һала. Әйткәндәй, хужалыҡ эшсәндәре районда горчицаның "Рапсодия" сортын теҙмәләргә һалыуҙы ла беренсе булып башлап ебәрҙе.
Читайте нас: