САРМАНАЙ
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Июль 2019, 18:16

Июль айының аяҙ көндәрендә

Районда урып-йыйыу эштәре ҡыҙа бара. Беҙ күрше хужалыҡтар: «Россия» һәм «Победа» тоҡомсолоҡ заводтарында булдыҡ.
"Россия"ла Ляпустин баҫыуында борсаҡ сабыу тулы ҡеүәткә бара ине, унда Йәүҙәт Вәлитов менән Айнур Әхмәҙуллин эшләй.
- Әгәр ямғыр ҡамасауламаһа, иртәгә был культураны һуғырға керешәсәкбеҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Рәфил Ғүмәров.
Бер баҫыуҙа арпа уңышы йыялар, эште кискә теүәлләргә иҫәпләйҙәр ине.
Әлеге баҫыуҙа Наил Сәхәүетдинов, Илназ Ғилемханов, Хәлит Батталов, Ленар Рәхимйәнов, Фидус Гәрәев яҡшы күрсәткестәргә ирешә. Эшселәр коллективы йәшәрә. Барлыҡ механизаторҙарға ла тип әйтерлек утыҙ йәш юҡ әле. Уларҙың тик береһе генә илленән өҫтә.
Мал аҙығы хәҙерләү дауам итә. Үләндәрҙе икенсе ҡатҡа сабалар. 80 мең центнерҙан артыҡ сенаж һалынған. Бесән дә етерлек күләмдә хәҙерләнгән.
Игенселәр арпа уңышы йыйған «Победа» баҫыуы 15 апрелдә үк яғыулыҡ-майлау материалдарын һәм кеше ресурстарын экономиялау мөмкинлеге биреүсе ҡамыл аҫтына сәсеү ыҫулы менән эшкәртелгән булған. Бындай баҫыуҙарҙа уңыш, һөрөп сәселгәненә ҡарағанда түбәнерәк була, тиҙәр. Әммә бында дәғүә белдермәйҙәр, арпаның уртаса уңышы - гектарынан 25 центнерға ҡәҙәр. Бер көндән борсаҡ сабырға төшөргә йыйыналар.
Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Салауат Ислаҡаев әйтеүенсә, Ленин хужалығында шул ваҡытта борсаҡ сапҡандар, «Игенсе»лә әлеге культураны һуҡтырғандар.
Һүрәттәрҙә:
«Россия» тоҡомсолоҡ заводы-йәмғиәте комбайнсылары Йәүҙәт Вәлитов һәм Айнур Әхмәҙуллин.
«Победа» тоҡомсолоҡ заводы-йәмғиәтенең баш агрономы Булат Әхмәҙиев, комбайнсылары Ринат Сәхибгәрәев, Сергей Шамратов һәм Игорь Хәсәнов.
Читайте нас: