Сәләмәтлек – кешенең иң ҙур байлығы. Уны бер ниндәй ҡиммәттәр менән үлсәп тә, әллә ниндәй ҙур аҡсаларға һатып алып та булмай. Ул һауа кеүек – сәләмәт саҡта уның барлығы һиҙелмәй дә. Ә был байлыҡты юғалтмау, һаҡлап тотоу юлдары бөгөнгө көндә айрырыуса күп. Был йәһәттән традицион медицина менән бер ҡатарҙан тәбиғәттә лә кеше һаулығын һаҡлау өсөн бынамын тигән мөмкинлектәр бар. Юҡҡа ғына һәр кеше өсөн үҙе тыуып үҫкән ерлектәге тәбиғәт ниғмәттәре — ҙур дауа, тимәйҙәр бит. Быны рәсми медицина әһелдәре лә инҡар итмәй. Ә бит үҙебеҙҙең тыуған еребеҙҙәге бөтә үҫемлектәр ҙә тиәрлек теге йәки был дауалау үҙлегенә эйә. Уларҙың шифаһы тураһында мәғлүмәтле булыу һәр кеше өсөн дә файҙалы.
Ошоно күҙ уңында тотоп, Ҡалмашбаш ауылы китапханасыһы һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре шифалы үләндәр байрамын – “Дауа – аяҡ аҫтында” тип аталған сара ойоштороп үткәрҙе. Унда өлкәндәр ҙә, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Ниңә үләндәргә арналған тигәндә — уларҙы бөтә кешеләр ҙә ҡуллана ала. Үҫемлектәр имен булмаған тирә-яҡ мөхит шарттарында организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, хроник сирҙәргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Сөнки иң мөһиме – инде “баш күтәргән” сирҙе дауалау түгел, ә уны киҫәтеү, уға юл ҡуймай ҡалыу. Үләндәр был “көрәш”тә иң беренсе ярҙамсылар. Улар беҙҙең эргәлә, хатта аяҡ аҫтында, беҙгә ҡараған, бөтә тереклекте йәшәткән шул уҡ ҡояш аҫтында, уның энергияһын туплап үҫәләр. Үҫемлектәрҙең төҙөлөш структураһы кеше тәне структураһына ла бик яҡын. Шуға ла организм уларҙы дарыуҙарға ҡарағанда яҡшыраҡ кабул итә. Ҡайһылыр дарыуҙарҙың бер органды дауалап, икенсеһенә зыян килтереү үҙенсәлеге лә булһа, үлән менән дауаланыуҙан бындай ҡатмарлашыуҙар булмай тиерлек. Улар ҡайҙалыр ете диңгеҙ артында түгел, ә эргәлә генә: баҫыу-ҡырҙарҙа, урмандарҙа, баҡсаларҙа үҫә. Уларҙың шифалары өсөн рәхмәт йөҙөнән булһа кәрәк, быуыаттар дауамында өләсәйҙәребеҙ үлән һәм сәскәләрҙе кейем, шаршауҙарҙа, таҫтымалдарҙа, япмаларҙа сигеп һүрәтләгән. Улар йырҙарҙа, шиғырҙарҙа ла данлана.
“Дауа – аяҡ аҫтында” сараһында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. Китапханасы беҙҙең төбәктә үҫкән үләндәрҙең шифалы үҙенсәлектәре, уларҙы ҡайҙан һәм ҡасан йыйыу, ҡулланыу ысулдары тураһында аныҡлап һөйләне. Был мәғлүмәттәрҙе өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңланы. Әйткәндәй, был сара икеләтә файҙалы булды, тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ – мәғлүмәти генә түгел, тәрбиәүи яҡтан да әһәмиәтле булды ул. Унда ҡатнашҡан малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоларын тәрбиәләүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе уны ойоштороусылар.
Йәйге уҡыу ҙалына килеүселәр өсөн шифалы үләндәргә арналған китап күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Балалар сәскәләр тураһында шиғырҙар уҡыны, йырҙар йырланы, бейеп, төрлө уйындарҙа ҡатнашып күңел асты. Сара ахырында унда ҡатнашыусылар тыуған яҡ тәбиғәтенең татлы күстәнәсе — ер еләге һәм ҡарағат менән һыйланды. Байрам бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.